Быйыл район «Айыҡ ауыл» республика конкурсында 4-се тапҡыр ҡатнашты. Ярыштың муниципаль этабында Бикет ауылы еңеү яуланы һәм республика күләмендә район данын яҡлаясаҡ. «Айыҡ ауыл» конкурсы төрлө йәштәге, төрлө һөнәр эйәләрен берләштергән сара булараҡ гражданлыҡ йәмғиәтен үҫтереүгә лә булышлыҡ итә.
Төбәк-ара форумда Ырымбур өлкәһе, Татарстан ҡунаҡтары ҡатнашты. Мәскәү һәм Бөтә Донъя Башҡорттары Ҡоролтайы вәкилдәре сараға интернет аша ҡушылды.



