Аҡыл ярышында мәктәптәр, юғары уҡыу йорттары, театрҙар, музей хеҙмәткәрҙәре һәм башҡа ойошмалар ҡатнашты. Башҡортостан юлдаш телеканалынан да команда булды. Саранан БЮТ хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева.
«Зәңгәр күлдәкле ҡыҙ» ҡайһы райондан? Һүҙ йыр тураһында түгел. Ҡасим Дәүләткилдиевтың картинаһынан. Ошондай ҡыҙыҡлы һорауҙарҙан төҙөлгән башҡортса квиз. Уйында ете кешенән дә кәм булмаған 14 команда ҡатнаша.
Башҡортостан юлдаш телеканалы командаһында художество тапшырыуҙары ҡыҙҙары.
Район данын яҡлау өсөн килгән команадалар ҙа бар. «Оло эйек» яҡташтар ойошмаһы күгәрсендәр кеүек бер өҫтәл артында гөрләшә.
Программа алты уйынға бүленгән. Башҡорт мәҙәниәте, тарихы буйынса һорауҙарға яуап биреү ҡатмарлыҡ тыуҙырмай.
Проект Башҡортостан Башлығы грантына ойошторола. Бындай форматта тәүгә, ә быға тиклем белем усаҡтарында уҙғарылған.
Һәр уйын аҙағында дөрөҫ яуаптар еткерелә. Командалар ҡағыҙға теркәгән яуаптарын тикшерә. Дискуссияларға нөктә ҡуйыла.
Тарих, мәҙәниәт өлкәһендәге белемде тикшереүгә ҡоролған ярыш бер- нисә сәғәткә генә булһа ла кеҫә телефондарын ситкә ҡуйып йәнле, күңелле аралашыу ҡорҙо. Квиз талаптары буйынса һорауға яуапты телефондан ҡарарға ярамай, шунда уҡ мәрәйҙәр юйыла.
Рәмилә Исмәғилева



