Башҡортостандан өс студент ҡыҙҙы үлтергән Александр Лазаревҡа ҡарата хөкөм ҡарары сығарылды

Бөгөн Ырымбур өлкәһе суды уны ғүмерлеккә иркенән мәхрүм итте. Ауыр енәйәт ҡылыусы шулай уҡ һәләк булғандарҙың ғаиләләренә 2-шәр миллион һум штраф түләргә тейеш. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, фажиғә 2021 йылдың 29 сентябрендә Гай ҡалаһында теркәлде. Колониянан иреккә сыҡҡан ғына ир быға тиклем таныш булмаған 17, 18 һәм 20 йәшлек ҡыҙҙарҙы көсләй, һуңынан бысаҡ менән сәнсеп үлтерә.

Енәйәт эҙҙәрен юйыу өсөн ул фатирға ут төртөп ҡаса. Тикшереү барышында, һәләк булыусыларҙың Күгәрсен һәм Баймаҡ райондарынан булыуы асыҡлана. Суд ултырышында Александр Лазарев өлөшләтә үҙ ғәйебен таный. Әммә яҡындарын юғалтыусыларҙың ғаиләләренән ғәфү үтенмәй. Енәйәтсе ғүмерлеккә махсус режимлы колонияға оҙатылды.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ