Башҡортостанға эш сәфәре менән Рәсәй спорт министры урынбаҫары Одес Байсолтанов килде. Уның менән Республика Башлығы Хәбиров осрашты. Улар Борай районында яңы физкультура-һауыҡтырыу комплексын ҡараны. Радий Хәбиров әйтеүенсә, ауыл өсөн бындай объекттар кәрәк. Башҡортостанда 1 миллион 700 меңгә яҡын кеше ауылдарҙа йәшәй. Һәр ауылда спорт инфтраструктураһында булдырыу буйынса эш алып барыла. - Санкция шарттарында урындарҙа спортты үҫтерергә кәрәк, - тине Одес Байсолтанов.




