Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандарҙың яҡындары яугир кейемендә фотоға төшә. Проект Һамарҙа башланды. Бөгөн унда 50-нән ашыу төбәктән ҡатындар ҡатнаша. Өфөлә 50 кеше акцияға ҡушылды. Яугир ҡатындары, әсәләре һәм апай-һеңлеләренең рәсемдәре баш ҡала урамдарындағы ҙур реклама таҡталарында урынлаштырыла. Фотоларҙы шулай уҡ интернетта табырға була.







