Башҡортостанда яҙғы ташҡын менән көрәшкә 3 мең берәмек техника һәм вертолет йәлеп ителә

Өфөлә ҡотҡарыусыларҙың оло һыуға әҙерлеге баһаланды. Республикала 42 район һәм ҡалала йорттар һәм биләмәләргә һыу үтеп инеүе ихтимал. Яҙғы ташҡын менән көрәш өсөн 15 мең кеше йәлеп ителә. Боҙ тығылыу хәүефе янаған йылғаларҙа шартлатыу эштәре ойошторола. Һыу кимәлен тикшереү өсөн күҙәтеү системаһы йыһазландырылды. Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров һөйләй.

Башҡортостанда яҙғы ташҡын менән көрәшкә 3 мең берәмек техника һәм вертолет йәлеп ителә

Башгидрометеоүҙәктән хәбәр итеүҙәренсә, Ағиҙел һәм Өфө йылғаларында һыу кимәле норманан 10-15 процентҡа түбәнерәк булыуы көтөлә. Дим йылғаһы бассейынында ҡарҙағы һыу запасы иһә 20 процентҡа күберәк. Бындай шарттарҙа түбәндә урынлашҡан биләмәләргә һыу үтеп инеүе ихтимал. Таулы һәм дала йылғалары буйында йәшәгән халыҡҡа һәр йылдағыса ташҡын ваҡытында уяу булырға кәңәш ителә.

Фото №1 - Башҡортостанда яҙғы ташҡын менән көрәшкә 3 мең берәмек техника һәм вертолет йәлеп ителә
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ