Башҡортостан ҡала яны пассажирҙар компанияһынан хәбәр итеүҙәренсә, халыҡ мобиль ҡушымта менән әүҙемерәк файҙалана башлаған. Электрон билет һатып алған осраҡта комиссия булмай һәм ташлама ла ҡаралған. Мобиль ҡушымтала поездар теҙмәһе һәм хәрәкәте, вокзалдар эше менән танышырға була.







