Бөгөн баш ҡалала спорт байрамын ойоштороу комитеты ултырыш үтте. «Беҙ бергә. Спорт» тип исемләнгән судлимпиясылар уйындары халыҡ-ара сараларҙан ситләтелгән Рәсәй спортсылдарының ярышыу тәжрибәһен һаҡлап ҡалыу маҡсатында уҙғарыла. Уйындарҙың Башҡортостанда үтеүе юҡҡа түгел. Республикала күләмле спорт саралары уҙғарыу буйынса тәжрибә тупланған һәм мөмкинлектәр ҙә бар, тине Радий Хәбиров.
Сурдлимпиясыларҙың йәйге уйындары 23 июлдән алып 3 авгусҡа тиклем дауам итәсәк. Спортсылар 21 дисциплина буйынса көс һынашасаҡ. Ойоштороу комитетынан белдереүҙәренсә, әле үк ым-ишара телен белгән волонтерҙар тупланған. Спортсыларҙы йәшәтеү, ярыштарҙы уҙғарыу урындары ла билдәләнгән. Рәсәйҙең спорт министры урынбаҫары Одес Байсолтанов әйтеүенсә, Башҡортостандың был мөһим спорт байрамын лайыҡлы уҙғарырына шик юҡ.
Республикала спортты үҫтереү юлдары Радий Хәбиров менән Одес Байсолтановтың шәхсән осрашыуында ла өйрәнелде. Спорт министры урынбаҫары республикалағы физик культураны үҫтереү мөмкинлектәрен юғары баһаланы.




