Башҡортостандан быйыл махсус хәрби операцияға иң ҙур гуманитар ылау оҙатылды

Транспорт саралары, техника, квадракоптерҙар, аҙыҡ-түлек, дарыуҙар тупланған йөк машиналары яҡташ һалдаттарға ярҙамға юлланды. Ҡатын-ҡыҙҙар эшләгән окоп шәмдәрен, балалар яҙған хаттарҙы муниципалитет башлыҡтары һалдаттарға үҙҙәре алып барып еткерәсәк. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе яҙмала.

Башҡортостандан оҙатылған сираттағы гуманитар ылау Ҡырымдың Рәсәйгә ҡушылыуына бағышланды. Иҫтәлекле дата уңайынан Украиналағы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы һалдаттарға республиканан иң ҙур гуманитар ярҙамдың береһе ебәрелде.

Гуманитар ылау һалдаттарҙың теләктәрен иҫәпкә алып тупланған. Колоннала 33 берәмек техника иҫәпләнә - 22 еңель автомобиль, 7 микроавтобус, уазиктар бар. Ватан һаҡсылары өсөн күсмә мунсалар, йылы кейемдәр, генераторҙар ике тәүлектән алып барып еткерелер тип көтөлә.

Республика район-ҡалаларынан уртаҡ көс менән тупланған гуманитар ылауҙы муниципалитет башлыҡтары ла оҙатып барасаҡ. Һалдаттарға ҡаралған посылкаларҙы, гүзәл заттар эшләгән окоп шәмдәрен, кескәйҙәр күңел йылыһын һалып яҙған хаттарҙы улар шәхсән адресаттарға таратып сығасаҡ.

Башҡортостанда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға гуманитар ярҙам оҙатыу эше йылдам ойошторолған. Бынан тыш, һалдаттарҙың ғаиләләренә күп яҡлы ярҙам күрһәтелә. Егеттәрҙең ата-әсәләренә, яҡындарына ҡулдан килгәнсә ирекмәндәр тарафынан ярҙам күрһәтелә.

Руслан Насретдинов, «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк башҡарма комитеты рәйесе

Башҡортостандан Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларына гуманитар ылау оҙатыу даими ойошторолған сара булып тора. Бер йыл эсендә республиканан меңәрләгән тонна төҙөлөш материалдары, аҙыҡ-түлек, дарыуҙар, көндәлек кәрәк-яраҡтар оҙатылды.

Флорида Ким

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ