Загорский ҡасабаһы эргәһендә боҙ киҫеү һәм ҡаралау башҡарыла. Яҙғы ташҡын алдынан хәүефһеҙлек саралары хаҡында киләһе яҙмала.
Тығындар хәүефе көслө булған участокта ҡалын боҙ ҡатламдары ҡырҡыла һәм улар өҫтөнә ҡара күмер һибелә. Бындай саралар һыу кимәле артыҡ юғары күтәрелмәһен өсөн белгестәр тарафынан яҙғы ташҡын осоронда күрелә. Чесноковка ауыл биләмәһенең Загорский ҡасабаһында Өршәк Ағиҙелгә ҡушылған ер һыу кимәле күтәрелеү ихтималлығы көслө булған проблемалы урын һанала.
Булгаков ауылын, Загорный ҡасабаһының түбәнге өлөшөн, Киров районында урынлашҡан баҡсаларҙы һыу баҫыу ихтималлығы көслө, тип билдәләй белгестәр. Боҙҙо йоҡартыу өсөн көҙҙән саралар күрелгән. Өфө районының бер нисә ауылы янында өҫтәмә һыу үткәреү торбалары һуҙылған, иҫкеләре таҙартылған, һыуүткәреүсе каналдар тәрәнәйтелгән, юл һыҙаттары күтәртелгән, кюветтар ҡоролған, ҡар һыуҙарын ағыҙыуға траншеялар нығытылған. Марттың икенсе яртыһында Өфө районы биләмәләрендә гидротехник ҡоролмалар торошо ла ныҡлы тикшереләсәк.
Айырым осраҡтарҙа һыу обьекттарында шартлатыу эштәре лә башҡарыласаҡ. Әлеге ваҡытта халыҡ араһында һыу баҫыу осрағына профилактик эштәр башҡарыла, айырым иғтибар талап ителгән граждандар иҫәпкә алына. Һыу баҫыу зонаһынан халыҡты ваҡытлыса урынлаштырыу пункттары мохтаждарҙы ҡабул итергә әҙерлек һыҙығында тора.
Республиканың 20 районында тығындар ихтималлығы көслө булған 47 участок белгестәр һәм ҡотҡарыусылар тарафынан ныҡлы контролдә тотола. Былтыр күпселек осраҡта һыу баҫыуға ҡар һыуҙары сәбәпсе булды. Шуға күрә хәүефһеҙлекте тәьмин итеүсе ойошмалар ағыҙыу канализациялары системаһын тергеҙеү, ирегән ҡар һыуҙары юлдарын таҙартыу һәм ауылдарҙың түбән өлөшөндә урынлашҡан ҡарҙарҙы сығарыу мәсьәләһе буйынса туҡтауһыҙ эш алып бара.
Гүзәл Борханова






