Иглин районында роботлаштырылған ферма асылды

Республикала ошо ысул менән эшләгән башҡа хужалыҡтарҙан айырмалы, һөт һауыу ҡулайламаһы тулыһынса Рәсәйҙә етештерелгән. Иван Мизюктың ауыл хужалығы предприятиеһына ул лизинг ярҙамында һатып алынған.

Бер робот тәүлегенә 70 һыйыр һауа ала. Һәр малға беркетелгән чип буйынса аппарат һауым күрһәткесен дә билдәләй. Ошонда уҡ һөттөң сифатын билдәләү буйынса лаборатория булдырылған. Әйткәндәй, 2014 йыл хужалыҡта күләмле реконструкция эштәре башҡарылған. Йөҙ баш малға иҫәпләнгән ҡура яңыртылған, һауым залы йыһазландырылған. Ҡеүәтле техника, биналарҙы төҙөкләндереү бөгөн дә уңышлы алып барыла.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ