Өфөлә мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн танып-белеү экскурсияһы ойошторолдо

Башҡортостандың ЮНЕСКО эштәре буйынса комитеты, «Ҡаршылыҡтарҙы еңеп» социаль технологиялар үҙәге сиктәрендә бөгөн сираттағы акция тормошҡа ашырылды. Мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн танып-белеү экскурсияһы ойошторолдо. Улар Кузеев исемендәге Этнологик тикшеренеүҙәр институтының Археология һәм этнография музейы эше менән яҡындан танышты.

Балаларға 1990 йылдарҙа Стәрлетамаҡ ҡалаһы эргәһендә төшкән метеоритты, һуңғы йылдарҙа Ағиҙел йылғаһында табылған мамонт һөйәктәрен үҙ күҙҙәре менән күрҙе. Башҡорт археологияһы өлкәһендәге һуңғы яңылыҡтары менән танышты. Этнология һәм этнографияға бәйле һорауҙарға яуап алды. Экскурсия тарихи-мәҙәни әһәмиәтле сармат алтындары залында тамамланды. Уникаль тарихи-мәҙәни әһәмиәтле Башҡортостан ҡаҙанышы менән мөмкинлеге сикләнгән бала тәрбиәләүселәр бушлай таныша ала. Бының өсөн республика Йәмәғәт палатаһына, йә социаль технологиялар үҙәгенә мөрәжәғәт итергә кәрәк.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ