Борай районында яңы физкультура-һауыҡтырыу комплексы төҙөлөшө тамамланған

Борай районында яңы физкультура-һауыҡтырыу комплексы төҙөлөшө тамамланған, спорт объекты тиҙҙән файҙаланыуға тапшырыласаҡ. Уның әҙерлеге менән бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, Рәсәйҙең спорт министры урынбаҫары Одес Байсолтанов танышты. Заманса комплекс «Ауыл биләмәләренең комплекслы үҫеше» федераль дәүләт программаһы сиктәрендә һалынған. Бинаны төҙөүгә 468 миллион һумға яҡын аҡса йүнәлтелгән. Яңы объект асҡан мөмкинлектәр хаҡында БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.

Заманса, яҡты, иркен. Спорт һарайына килеп инеү менән уның үҙенсәлекле архитектураһы, зауыҡлы дизайны иғтибарҙы йәлеп итә. Ә иң мөһиме физкультура-һауыҡтырыу комплексында спортсылар өсөн бөтә уңайлыҡтар ҡаралған. Беренсе ҡатта-универсаль зал, бында көрәш, волейбол, баскетбол менән шөғөлләнергә мөмкин. Тренерҙар өсөн кабинеттар, кейем алмаштырыу, йыуыныу бүлмәләре лә ҡаралған. Бындай спорт комплексы булыуы-үҙе бәхет, тине Республика башлығы.

Яңы физкультура-һауыҡтырыу комплексын спортсылар көтөп алған. Милли көрәш түңәрәгендә шөғөлләнеүселәр әйтеүенсә, ошоға тиклем уларға мәктәп залында көрәшергә тура килгән. Йәш спортсыларҙың уңыштары ла юҡ түгел.

Тренажер залында заманса ҡоролмалар ҡуйылған. Бөгөн бында Рәсәйҙең иң көслө кешеһе Эльбрус Ниғмәтуллин балаларға оҫталыҡ дәресе үткәрҙе. Залда өлкән быуын вәкилдәре лә шөғөлләнә ала. Спорт ветерандары Республика башлығына ла рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.

Борайҙар яңы объекттың асылыуын түҙемһеҙлек менән көтә. Районда спорт менән шөғөлләнгән балалар ҙа, йәштәр ҙә күп. Заманса шарттар яңы еңеүҙәргә этәргес буласаҡ, ти улар.

Радий Хәбиров билдәләүенсә, республикала спорт объекттары күп төҙөлә. Киләсәктә Борайҙа ла яңы боҙ һарайы ҡалҡып сығыр тип көтөлә.

Объектты төҙөүгә 468 миллион һумға яҡын аҡса йүнәлтелгән. Физкультура- һауыҡтырыу комплексының ихатаһында яһалма япма һалынған ике асыҡ майҙансыҡ төҙөлгән.

Физкультура-һауыҡтырыу комплексы «ауыл биләмәләренең комплекслы үҫеше» дәүләт программаһы буйынса төҙөлгән. 4 мең квадрат метрҙан ашыу майҙанды биләгән объектта спорт менән шөғөлләнеү өсөн тулы шарттар бар. Борайҙар әйтеүенсә, яңы заманса комплекс балаларҙы, йәштәрҙе спортҡа йәлеп итергә, төбәктең данын яҡларҙай спортсылар тәрбиәләргә булышлыҡ итәсәк.

Рәмзиә Кәримова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ