Борай районына эш сәфәре барышында Радий Хәбиров махсус хәрби операцияла һәләк булған Илнур Имаевтың ғаиләһе менән осрашты. Геройҙың ата-әсәһе Фирҙәүес Сәлих улы, Гөлфинә Ғәфүр ҡыҙы, ҡатыны Ләйсән һәм ҡыҙҙары Линиза, Аделина менән аралашҡанда төбәк башлығы уларға ҡайғы уртаҡлашыу һүҙҙәрен еткерҙе. Ул шулай уҡ республика һәләк булған яугирҙың балаларын тәрбиәләүгә мотлаҡ ярҙам итәсәген билдәләне.
Район хакимиәтенә Илнурҙың иҫтәлеген мәңгеләштереү буйынса саралар күрергә, уның ғаиләһе менән даими бәйләнештә булырға, көнкүреш мәсьәләләрен һәм башҡа проблемаларҙы хәл итергә ярҙам итергә ҡушам, тине Радий Хәбиров.






