Республика Башлығы Радий Хәбиров белдереүенсә, әле тиҫтәнән ашыу спорт объекты төҙөлә. Был эш санкция баҫымы шарттарында, махсус хәрби операция ваҡытында алып барыла. Спорт өсөн дә аҡса бүленә. Быйыл Октябрьский ҡалаһында Боҙ һарайын файҙаланыуға тапшырыу көтөлә. Ошонда уҡ бассейн төҙөлә башлай. Мәсәғүттә һәм Баймаҡта ла Боҙ һарайҙары булдырыла.







