Машиналар йөрөшө туҡтатылды. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, боҙ йоҡарған һәм тейешле ҡарар ҡабул ителгән. Башҡортостанда йыл һайын 4 боҙ күпере асыла. Әле Краснокама районы Иҫке Йәнйегет ауылы янында Ағиҙел аша үтеү урыны ғына асыҡ. Ҡариҙел ауылы янында Өфө йылғаһы һәм Бөрө эргәһендә Ағиҙел аша боҙ юлдары шулай уҡ ябылды.







