Өфөлә ойоштороу комитеты ултырышы үтте. Ярыштар быйыл 23 июлдә башлана һәм 2 авгусҡа тиклем үтә. Уйындарҙа 2 мең 300 спортсы ҡатнашыуы көтөлә. Республика Башлығы Радий Хәбиров белдереүенсә, Башҡортостандың халыҡ-ара ярыштар уҙғарыу тәжрибәһе бар. -Миҙалдар өсөн Рәсәйҙең бөтә төбәктәренән һәм дуҫ булған дәүләттәрҙән спортсылар көрәшәсәк. Ҡунаҡтар өсөн бөтә тейешле шарттарҙы булдырабыҙ, - тине Радий Хәбиров.




