Бушлай курстар ойошторола. Премьер-министр Михаил Мишустин ошо турала күрһәтмәгә ҡул ҡуйҙы. Программала ҡатнашасаҡ предприятиелар исемлеген Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы билдәләй. Уҡыу өсөн халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәктәренә барып предприятие менән килешеү төҙөргә кәрәк була. Ил буйынса 12 мең кешене уҡытыу планлаштырыла.







