Өфөлә Федераль ҡаҙнасылыҡтың Башҡортостан буйынса идаралығы ойошторолоуға 25 йыл тулыу уңайынан тантаналы сара үтте. Сирек быуат элек Рәсәйҙең Финанс министрлығы менән Башҡортостан министрҙар кабинеты араһында ведомство булдырыу тураһында килешеү төҙөлә.
Идаралыҡ федераль бюджеттың ҡаҙнасылыҡ үтәлеше буйынса Бюджет кодексы положениеларын уңышлы тормошҡа ашыра, республика һәм муниципаль бюджеттарҙы хеҙмәтләндерә. Милли проекттарҙы тормошҡа ашырғанда бюджет-ара трансферттар буйынса түләүҙәр уҙғарыуға айырыуса иғтибар бүленә.
Тантанаға Башҡортостан Хөкүмәте, дәүләт һәм башҡарма власть органдары етәкселәре саҡырылды. Байрам уңайынан ҡаҙнасылыҡ идаралығында оҙаҡ йылдар фиҙаҡәр хеҙмәт иткән бер төркөм белгестәр дәүләт һәм ведомство наградалары менән бүләкләнде.






