Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге республика гимназия-интернаты ойошторолоуға 80 йыл

Оло сәнғәткә ишек асҡан белем усағы. Өфөлә Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге республика гимназия-интернаты ойошторолоуға 80 йыл тулыуға арналған тантаналы сара үтте. Барабансылар сығышынан һуң илһөйәрлек менән һуғарылған йыр-бейеүҙәр, мәғариф учреждениеһының бай тарихы тураһында тамаша ҡуйылды. Байрамға гимназияны төрлө йылдарҙа тамамлаған уҡыусылар, ветеран-педагогтар саҡырылды. Тәжрибәле коллективтың фиҙаҡәр хеҙмәте ведомство наградалары менән билдәләнде.

Бөгөн гимназияла төрлө музыка ҡоралдарына, хорҙа йырлауға, дирижерлыҡҡа өйрәтәләр. Гусарҙар ансамбле, халыҡ оркестры, «Арман» фолк-этно-төркөмө уңышлы эшләй. Белем усағын өс меңдән ашыу уҡыусы тамамлаған, уларҙың күбеһенең исемдәре «СССР-ҙың алдынғы музыканттары алфавит китабына», «Рәсәйҙең иң яҡшы кешеләре» энциклопедияһына индерелгән.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ