Ошо маҡсатта кадрҙар әҙерләү мәсьәләһе яйға һалыныр тип көтөлә. Бөгөн республикала эшләп килгән һәм асыласаҡ мәғариф учреждениеһы уҡытыусылары ҡорға йыйылды. Дим биҫтәһенең күп профилле «Смарт» гимназияһында үткән сарала улар уҡытыусы абруйы һәм һөнәргә тоғролоҡ тураһында фекер алышты. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Уҡытыусылар мәктәп имиджы өҫтөндә эшләй. Маҡсат кәңәшләшеп төҙөлә. Хәйбулла районынан килгән бер төркөм уҡытыусыларҙың күҙаллауы буйынса план үтәлеше туранан-тура мәғариф учреждениеһы етәкселегенә бәйле. Тап уның дөрөҫ эшмәкәрлеге нигеҙендә тотош педагог коллективтың абруйы күтәрелә лә инде тигән фекерҙә.
Ғөмүмән, баланың шәхес булып формалашыуында мәктәптең матди-техник базаһының тәьмин ителеше лә роль уйнай. Фекер алышыуҙа Хәйбулла районы уҡытыусылары ҡатнашыуы ла осраҡлы түгел. Сөнки яңы уҡыу йылында Аҡъяр ауылында күп профилле мәктәп файҙаланыуға тапшырыласаҡ.
Ошо маҡсатта Өфөнөң Дим биҫтәһе гимназияһында тәжрибә уртаҡлашыу майҙансығы булдырылды ла инде. Республиканың бар күп профилле мәктәптәре ҡатнашлығында үтте.
Республикала эшләгән күп профилле мәктәптәр тағы ла дүртәүгә артасаҡ. Ошо нигеҙҙә бөгөн кадрҙар мәсьәләһе беренсе планда ҡарала.
Бер майҙанда уҡытыусылар тәжрибә уртаҡлашҡан арала шайморатовсыларҙың штаб ултырышы үтте. Генерал-майор исемен йөрөткән класс уҡыусыларының һөйләр, уҡыу йылына йомғаҡ яһар уңыштары етерлек.
Дөйөм зачеттар һөҙөмтәһендә уҡыу йылы аҙағында билдә сығарыла. Шайморатовсылар класы гимназияла хәрби әҙерлек мәктәбен үтеү өсөн тулы шарттар булдырылған. Эш барышы менән Башҡортостан башлығы хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары яҡындан танышты. Урал Килсенбаев уҡыусыларҙың һорауҙарына яуап биреп, төплө кәңәштәрен еткерҙе. Ҡатнашыусыларға иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.
Азат Ғәлиуллин



