Салауат районы Әлкә ауылында Вәкил Шөғәйепов иҫтәлегенә музей асылды

Салауат районы Әлкә ауылында милли музыка ҡоралдарын эшләү һәм реставрациялау оҫтаһы, БАССР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Вәкил Шөғәйепов иҫтәлегенә музей асылды. Экспозицияларға уның шәхси әйберҙәре, фотоһүрәттәре ҡуйылған. Шулай уҡ оҫта етештергән ҡурай, думбыра, ҡыл-ҡумыҙ өлгөләре менән танышырға мөмкин.

«Айыҡ ауыл» конкурсының республика этабы сиктәрендә ауыл биләмәһендә этнойорт та булдырылған. Көнкүреш кәрәк-яраҡтары урындағы халыҡ көсө менән йыйылған. Ағинәйҙәр сараға етди әҙерләнеп, ҡорот йомарлау буйынса оҫталыҡ дәресе һәм «Ҡот ҡойоу» йолаһын күрһәтте. Әлкәләге музейға тиң этнойортҡа туристарҙы ла йәлеп итеү планлаштырылған.

Әлкәлә йәшәүселәр «Айыҡ ауыл» конкурсында ҡатнашып, сәләмәт тормошҡа әйҙәгән илленән ашыу сара уҙғарған. Яңыраҡ биләмәлә «Көҙәйҙәр бәйгеһе», йәғни шайтан-көҙәй ырыуынан булған ир-егеттәр ярышы үтте. Көслө заттар үҙҙәрен өс командаға бүленеп, арҡан тартышыу, уҡ атыу, милли көрәш, гер күтәреп йүгереү кеүек этаптарҙа һынаны. Сара үҙешмәкәр коллективтарҙың сығышы менән аралаш барҙы.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ