Өфө йәштәрен берләштергән осрашыу. Башҡортостандың Милли музейында икенсегә «Самауырлы ритайым» ойошторолдо. Сара сиктәрендә баян, ҡурай, гитара моңдары яңғыраны, дәртле йырҙар башҡарылды. Егет-ҡыҙҙар бейеп, сәй эсеп, ваҡытын файҙалы һәм мауыҡтырғыс уҙғарҙы.
Майҙанда ҡул эштәре күргәҙмәһе, милли биҙәүестәр яһау буйынса оҫталыҡ дәресе үтте. Ритайымда ҡатнашыусылар республиканың төп музейы залдары буйлап экскурсияға ла саҡырылды. Үҙенә күрә тыуған яҡты өйрәнеү дәресе булды.
«Самауырлы ритайым»ды ойоштороусылар мәҙәни проектты миҙгеленә ҡарамай, йыл дауамында уҙғарырға ниәтләй. Шулай уҡ башланғысты башҡа район-ҡалаларға таратыу бурысы ла ҡуйылған.



