Баш ҡалала юлдарҙы төҙөкләндереү эштәре башланды

Эшселәр тәү сиратта авария хәүефе тыуҙырған урындарҙы ремонтлай. Соҡорҙар әле һалҡын асфальт менән ямала. Һыуыҡ көндәрҙә лә юл төҙөкләндереү мөмкинлеге биргән асфальт-битум ҡатнашмаһы тураһында ентекләберәк Айнур Кәбиров репортажы.

Көндәр йылынғанын көтөп тороу күңелһеҙ тамамланыуы ихтимал. Шуға күрә транспорт хәрәкәтенә айырыуса ҡамасаулаған соҡорҙар ҡар ирей башлау менән ремонтлана. Таушалған урындарҙың хатта үҙ дәүләт стандарты ла бар. Киңлеге 15 ә тәрәнлеге биш сантиметрҙан арта икән, кисекмәҫтән ямалырға тейеш.

Термометр бағанаһы нолдән юғарыға бик һирәк күтәрелгән ваҡытта юлдарҙы тотошлайы менән ремонтлау һөҙөмтәһеҙ. Ҡайнар асфальт ремонт барған ергә алып килгәнсе туңып та өлгөрә. Шуға күрә һалҡын асфальт ҡатнашмаһы ҡулланыла.

Ҡайнар асфальт-битум ҡатнашмаһын етештереүсе заводтар 1 апрелдән генә эшләй башлай. Ул сағында юлдарҙа соҡор ямау ғына түгел тотошлайы менән ремонт эштәре башлана.

Былтыр мәҫәлән, Өфө районы ғына таушалған урындарҙы тәртипкә килтереүгә мең ярым тонна асфальт ҡатнашмаһы сарыф иткән. Ә бит ҡайһы бер юлдарҙа тотош саҡырымдар юҡҡа сыға. Юл төҙөкләндереү эштәре иртә яҙҙан башланып соҡорҙар бөткәнсе дауам итә.

Айнур Кәбиров

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ