Түңәрәк өҫтәл барышында ғәмәлдәге ҡануниәтте камиллаштырыу буйынса фекер алышыу булды. Ветеринария идаралығы бүлек етәксеһе Линар Йыһаншин әйтеүенсә, берәҙәк хайуандар һанын кәметеү өсөн стерилләштереү үткәреү мөһим.
Түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашҡандар берәҙәк хайуандар мәсьәләһен хәл итеү буйынса төрлө тәҡдим менән сығыш яһаны. Йәмәғәт палатаһы ағзаһы, ваҡытлыса эшсе төркөм рәйесе, адвокат Булат Сафин һөйләй.
Өфөлә берәҙәк эттәргә бәйле мәғлүмәтте интерактив картала хәбәр итергә була. Баш ҡала хакимиәте шундай электрон сервис булдырҙы.







