Башҡортостан буйынса баш федераль инспектор идаралығында социаль-иҡтисади мәсьәләләр буйынса ултырыш үтте. 2022 йыл башында төбәктә төҙөлөп бөтмәгән 106 бейек йорт иҫәпләнһә, йыл аҙағына бындай объекттар һаны 38-гә ҡалды. Йыл дауамында 2 мең 600-ҙән ашыу кеше фатирлы булды йәки компенсация түләнде. Ултырышта 2023 йыл аҙағынаса проблемалы торлаҡ мәсьәләһен тулыһынса хәл итеү бурысы ҡуйылды.







