Рәсәй экология операторы генераль директоры урынбаҫары Сергей Королев шул турала белдерҙе. Республикала 9,5 миллиард һумға өс концессион килешеү төҙөлә. Комплекстарҙа 605 мең тонна ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын эшкәртеү мөмкинлеге була. Заводтар 2025 йыл аҙағында файҙаланыуға тапшырыла.








