Башҡортостанда льготалы лизинг программаһы буйынса беренсе туристик автобус тапшырылды

Республика хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, килешеү төҙөлдө. 11,5 миллион һумға 53 пассажирға иҫәпләнгән ҙур автобус һатып алынды. “Төбәк лизинг компанияһы” туристик ойошмалар өсөн киләсәктә тағы бер нисә транспорт алырға ниәтләй. “Башҡортостанда оҙон ғүмерлелек” һәм “Мәктәп туризмы” программалары буйынса маршруттарҙа яңы автобусты файҙаланыу ҡарала, тип белдерәләр Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығынан. 

Фото №1 - Башҡортостанда льготалы лизинг программаһы буйынса беренсе туристик автобус тапшырылды
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ