Мәҙәниәт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, сара барышында Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандар иҫтәлегенә 27 миллион төп ағас ултыртыла. Акцияға һәр кем ҡушыла ала. Интерактив картала теләгән төбәкте һайлап ағас ултыртырға мөмкин. Быйыл “Хәтер баҡсаһы” акцияһы барышында 30-ҙан ашыу илдә һәм Рәсәйҙең бөтә төбәктәрендә парктар барлыҡҡа килә.







