Сара бөтә донъяға билдәле легендар артист һәм хореограф Рудольф Нуриевҡа 85 йәш тулыуға арналған. Халыҡ-ара мәҙәни проект 2 апрелгә тиклем Мәскәү, Өфө һәм Ҡазанда уҙа. Бөгөндән “Родина” кинотеатрында балет оҫтаһы тураһында документаль фильм күрһәтелә.




