Республика Башлығы Радий Хәбиров ауылда һәм бәләкәй ҡалаларҙа мәҙәниәт хеҙмткәрҙәренә дәүләт ярҙамы тураһында документҡа ҡул ҡуйҙы. Бының өсөн 30 миллион һум бүленә. 30 белгестең һәр береһенә миллион һум бирелә. Был уҙған йылдағы күләмдән ике тапҡырға күберәк. Аҡса 2021 йылдан ауыл һәм бәләкәй ҡалаларҙа мәҙәниәт учреждениеларына эшкә урынлашҡан белгестәргә тәғәйенләнә. Хөкүмәткә бер ай эсендә финанслау сығанаҡтарын билдәләргә ҡушылған.




