Был турала социаль селтәрҙә Премьер-министр Андрей Назаров хәбәр итә. “Комплекстар барыһы ла Шишмә районында урынлашҡан. М5 федераль автомобиль юлында туҡталҡа, автосервис, кафе, автойыуыу һәм сауҙа комплексы була. Инвестицияларҙың күләме 52 миллион һумға яҡын. Икенсе инвестор ике объект төҙөүгә 50 миллион һум самаһы аҡса һалырға ниәтләй. Бында ҡунаҡхана, туҡланыу пункты, автосервис һәм автозаправка станцияһы ҡарала. Шулай уҡ Ҡара Яҡуп ауылында 6 миллион һумға юл буйы комплексын асыу күҙаллана”, — тип яҙған Андрей Назаров. Республикала 1100-ҙән күберәк ошондай объект эшләй, киләсәктә тағы 95 юл яны комплексы асыу ҡарала.




