Төбәктә ауыл ерлегендә кадрҙарҙы һаҡлап алып ҡалыу маҡсатында дәүләт программаһы тормошҡа ашырыла

Ауыл биләмәһен комплекслы үҫтереп. Былтыр республикала дәүләт программаһы сиктәрендә 51 ғаилә торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға субсидия алған, ә 19 ғаилә ауыл ипотекаһы буйынса йорт һалып сыҡҡан. Программа ауыл ерлегендә кадрҙарҙы һаҡлап алып ҡалыу һәм хеҙмәткәрҙәр өсөн лайыҡлы шарттар булдырыу маҡсатында тормошҡа ашырыла. Торлаҡлылар исемлегендә булған Яҡуповтар ғаиләһе менән БЮТ хәбәрсеһе Рәзилә Ғиниәтуллина аралашты.

Яңы йорт буйлап экскурсияны ғаиләнең иң кескәй ағзаһы - 4 йәшлек Дарина үткәрә. Ҡыҙыҡай яңы шарттарға айырыуса шат. Элекке йорттан айырмалы, бында һәр баланың үҙенең йоҡлау һәм дәрес әҙерләү урыны бар. Ҡыҙға һәм уның өс ағаһына айырым бүлмәләр бүленгән. Йорттоң майҙаны элеккеһенән ике тапҡырға ҙурыраҡ.

Яңы йорт дәүләт программаһы буйынса былтыр төҙөлгән. Ғаилә яҡынса 2 миллион 700 мең һумлыҡ төҙөлөш сығымдарының тик 10 процентын ғына түләй. Кредит ваҡыты 5 йылға һуҙылған. Резида Яҡупова 4 баланы бер үҙе тәрбиәләй. Күп балалы ғаилә өсөн субсидия ярайһы уҡ матди ярҙам булды, ти ханым.

Программа ярҙамында Яңауыл районында 5 ғаилә торлаҡлы булған. Был маҡсатта 15 миллион һум аҡса йәлеп ителгән. Сығымдар ил, республика бюджетынан, торлаҡ алыусы эшләгән предприятие иҫәбенә һәм уның шәхси түләүҙәренән ҡаплана.

Программа шарттарына ярашлы, торлаҡ алыусы ауыл биләмәһендә урынлашҡан предприятиела 5 йыл эшләп сығырға бурыслы. Резида Яҡупова - «Яңауыл» теплица комбинатында йәшелсә үҫтереүсе. Ойошмала ике кеше программа уңайлығы менән файҙаланып өлгөргән. Предприятие сығымдарҙың 2% процентын ҡаплаған.

Рәзилә Ғиниәтуллина

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ