Баш ҡалала икенсе Евразия урологтар конгресы асылды

Күләмле сара 20 ашыу илдән белгестәрҙе йыйҙы. Конгресс-холда уҙған фәнни программа урология ауырыуҙарын дауалауҙың фундаменталь һәм традицион алымдарын үҙ эсенә алған.

Конгрес сиктәрендә тармаҡтың көнүҙәк проблемаларын хәл итеү юлдарын барлау менән бер рәттән тәжрибә уртаҡлашыу маҡсатында уникаль операциялар үткәрелә.

Конгрестың маҡсаты - барлыҡ урологтарҙың берләшеүе, уларҙың алдынғы эш алымдары менән уртаҡлашыуы тип уйлайым, былар барыһы ла пациенттарҙың файҙаһына эшләнә. Башҡортостанда табиптарға дәүләт тарафынан ҙур иғтибар бүленә, һеҙҙә ике уникаль Да винчи аппараты бар, Ҡаҙағстанда әле ундай ҡоролмалар юҡ.

Булат Шалекенов, Әл-Фәрәби исемендәге Ҡаҙаҡ милли университеты профессоры

Евразия конгресы сиктәрендә тармаҡтың алдынғы хеҙмәткәрҙәре дәүләт наградалары - Салауат Юлаев ордены һәм почет грамоталары менән бүләкләнде. Халыҡ-ара конгрес Өфөлә 18 мартҡа тиклем эшләйәсәк. Бынан тыш, Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһында Да Винчи аппаратын ҡулланып, 25-тән ашыу операция эшләү күҙаллана, сит илдәр менән онлайн бәйләнеш булдырыласаҡ.

Беҙ Евразияның географик үҙәге генә түгел, фәнни, алдынғы технологиялар үҙәге лә булырға тырышабыҙ. Беҙҙең клиникала төрлө илдән килгән белгестәр тәжрибә уртаҡлаша, медицинаның алдынғы асыштарын ғәмәлгә индерергә ярҙам итә.

Валентин Павлов, Башҡорт дәүләт медицина университеты ректоры, Рәсәй фәндәр академияһы академигы
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ