Тәфтишселәр Нефтекама ҡалаһында торлаҡ йортта газ шартлау сәбәптәрен асыҡлай

Ғәҙәттән тыш хәл бөгөн иртән 9 ҡатлы йорттоң бер бүлмәле фатирында теркәлде. Шартлау һөҙөмтәһендә тәҙрәләр һәм йорт йыһаздары ватылған. Зыян күреүселәр юҡ - ваҡиға мәлендә хужалар өйҙә булмаған. Йортта йәшәүселәр эвакуацияланған. Фараздар буйынса, шартлауға ҡыҫҡа ялғаныш йәки газ иҫәпләү ҡоролмаһының төҙөкһөҙлөгө сәбәпсе булыуы ихтимал.

Зыян күреүселәр юҡ. Йорттан 63 кеше эвакуацияланды, шул иҫәптән ун дүрт бала. Газ тәьминәте тулыһынса туҡтатылды. Әлеге ваҡытта белгестәр бинаның торошон тикшерә. Алдан күҙаллауҙар буйынса, таушалыу осраҡтары юҡ. Ғәҙәттән тыш хәл сәбәптәре асыҡлана.

Эльдар Вәлитов, Нефтекама ҡалаһы хакимиәте башлығы
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ