Террористар юҡ ителгән, аманаттар иреккә сығарылған. Башҡортостандағы оператив штаб транспорт инфраструктураһы объектына һөжүм иткән ҡоралланған төркөмдө ҡамау һәм юҡ итеү буйынса күнекмәләр уҙғарҙы.
Уйҙырмаға ярашлы, ҡоралланған кешеләр тимер юлындағы цистернаны шартлатып һәм Черниковка станицияһының хеҙмәткәрәҙәре араһынан аманаттар алып, уның үҙәк электр бинаһы биләмәһенә үтеп инә. Федераль именлек хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығында махсус тәғәйенләнештәге көстәрҙе ҡулланырға ҡарар ителә. Һөҙөмтәлә шартлы террористар юҡ ителә, аманаттар ҡотҡарыла.
Идаралыҡтан белдереүҙәренсә, оператив штаб етәкселеге хоҡуҡ һаҡлау ведомстволары, власть һәм урындағы үҙидара органдарының терроризмға ҡаршы көрәшкә әҙер булыуын билдәләгән.






