Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында бөтә Рәсәй камера музыкаһы фестивале тамамланды. «Ағиҙел өҫтөндә классик музыка» тип аталған фестивалде ябыу концертында Мәскәүҙән Светлана Безродная етәкселек иткән «Вивальди орекстр»ы сығыш яһаны. Труппала 18 гүзәл зат уйнай, уларҙың сығышын Өфө халҡы тулы зал менән ҡаршы алды.
Рәсәй камера музыкаһы фестивале быйыл бишенсе тапҡыр уҙғарыла. Уның сиктәрендә Өфө тамашасыһы алдында төрөлө ҡалаларҙан килгән ижади төркөмдәр сығыш яһаны. Фортепьяно, тынлы инструменттар, саксофон кеүек музыка ҡоралдарында классик музыка, джаз яңғыраны. Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының хор академияһы ла яңы программа менән сығыш яһаны.



