«Салауат Юлаев» клубы өсөн быйылғы миҙгел тамамланһа ла, Башҡортостандың башҡа хоккей командалары өсөн плей-офф дауам итә.
Петров кубогының сирек финалында «Торос» хоккейсылары Красноярскиҙың «Сокол» командаһы менән өсөнсөгә осрашты. Нефтекамала уҙған кисәге уйында яҡташтарыбыҙ 4-3 иҫәбе менән еңеү яуланы. Шулай итеп Владимир Гусев тәрбиәләнеүселәре серияла 2-1 иҫәбе менән алға сыҡты. Дүрт еңеүгә тиклем барасаҡ сериялағы сираттағы уйын бөгөн Нефтекама боҙ һарайында киске сәғәт 7-лә башлана.
Ә бына Өфөнөң «Толпар» командаһы сирек финалға сыҡты. Башҡортостан йәштәре көтмәгәндә Магнитогорскиҙың «Ҡорос төлкөләрен» Харламов кубогы өсөн көрәштән төшөрөп ҡалдырҙы. Серия алдынан күп кенә белгестәр дәғүәселәргә өҫтөнлөк биргәйне. Шулай ҙа йәш юлаевсылар фаворитты тар-мар итте. Һуңғы уйында улар 6-1 иҫәбе менән отоп, серияла 3-1 иҫәбе менән еңеү яуланы. Киләһе этапта баш ҡала хоккейсылары «Омск бөркөттәре» менән көс һынаша.
Ҡатын-ҡыҙҙар хоккей лигаһы ярымфиналы серияһының икенсе матчында Ағиҙел хоккейсылары Түбәнге Новгородтың «Торпедо» командаһын ҡабул итте. Финалға сығыу өсөн дәғүәселәрҙең береһенә ике еңеү яуларға кәрәк. Осрашыу яҙмышын бер гол ғына хәл итте. Икенсе осор аҙағында «Торпедо» капитаны Ангелина Гончаренко уңышҡа иреште. Шулай итеп серияла иҫәп тигеҙләнде. Бергә бер. Хәл иткес уйын бөгөн Өфөнөң спорт һарайында киске сәғәт 5-тә башлана.



