Радий Хәбиров Рәсәй Президентының тулы хоҡуҡлы вәкиле ҡарамағындағы Совет ултырышында ҡатнашты

Эшҡыуарҙарға, индустриаль парктарға һәм махсус иҡтисади биләмәләргә ярҙам итеүҙең яңы сараларыБөгөн Радий Хәбиров Һамарҙа Рәсәй Президентының тулы хоҡуҡлы вәкиле ҡарамағындағы Совет ултырышында ҡатнашты.

Кәңәшмәлә Волга буйы федераль округы төбәктәренең иҡтисад һәм үҙ-ара эш итеү мәсьәләләре тикшерелде. Һүҙ махсус иҡтисади зоналарға ярҙам итеү тураһында ла барҙы. Ултырышта билдәләнеүенсә, туранан-тура федераль финанслау махсус иҡтисади биләмәләрҙе тиҙерәк һәм сифатлыраҡ үҫтерергә ярҙам итәсәк. Быны, мәҫәлән, федераль дәүләт программаһы йәки федераль адреслы инвестиция программаһы аша, йәки күләмле инженер инфраструктураһын үҫтереүгә квота бүлеп, тормошҡа ашырырға мөмкин.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ