Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры сәхнәһендә яңы форматта спектакль-вербатим премьераһы үтте. Ябай ауыл кешеләре образдарын театр артистары сәхнәгә сығарҙы. Документаль әҫәр ижади коллектив Йылайыр районына театр-фольклор экспедицияһына барып ҡайтҡандан һуң барлыҡҡа килгән. Нимә ул вербатим? Спектаклдең премьераһынан БЮТ ижади төркөмө әҙерләгән видеояҙма.
Сәхнәлә уйлап сығарылған образдар түгел, артистар ҙа ролде уйнамай, улар ысын кешеләрҙең телмәрен, холоҡ-фиғелен нисек бар, шулай еткерергә тырыша. Сөнки спектакль вербатим тип атала, латин теленән тәржемә иткәндә «Һүҙмә-һүҙ» тигәнде аңлата. Ябай ғына итеп әйткәндә, Өфө сәхнәһенә ысын ауыл кешеләре сыҡты.
Былтыр ижади төркөм Йылайыр районына экспедицияға барып, 12 ауылда була, 200-ҙән ашыу кеше менән аралаша. Экспедиция йомғаҡтары буйынса проект командаһы спектаклде вербатим технологияһында сәхнәгә сығарырға тәҡдим итә. Режиссер-педагог Рима Харисова һәм проекттың шеф-драматургы Сәрүәр Сурина яңы проектты тормошҡа ашырыуға күп көс һалған.
Тамаша нигеҙендә оло быуын кешеләренең уй-кисерештәре, уларҙы борсоған һорауҙар ята. Бөгөн киҫкен торған проблемалар - телде һәм ерҙе һаҡлау, халыҡтың ғөрөф-ғәҙәттәре ,йолалар күсәгилешлеге, ололар һәм йәштәр араһындағы мөнәсәбәттәр. Тамашасылар яңы проектты ихлас ҡабул итте.
Вербатим спеклакленең икенсе өлөшө йәш быуынға арналған. Уның премьераһы 17 мартта театрҙың бәләкәй сәхнәһендә уҙа.
Лилиә Мәҡсүтова



