Диспетчерҙар, слесарҙар, механизатор-водителдәр, урам йыйыштырыусылар һөнәри байрамын эш урынында ҡаршылай. Тынғыһыҙ һәм егәрле һөнәрмәндәр тураһында БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова репортажы.
Елизавета Миңниян ҡыҙы шылтыратыусыларҙы иғтибар менән тыңлай. Һәр кешенең үтенесен махсус дәфтәргә теркәп бара. Өс тиҫтә йыл эсендә дүрт етәксе менән эшләгән. Айырыуса шылтыратыуҙар саманан тыш күп булған ҡыҙыу көндәрҙә граждандар менән килеп тыуған сетерекле хәлдәрҙе булмышына хас сабырлыҡ, һәр кемде тыңлай, аңлай белеүе менән уңышлы хәл итә алған. 1994 йылда эш башлаған осоронда 63 йортто хеҙмәтләндерһә, хәҙер был һан дурт тапҡырға артҡан. Дим районында йәшәүселәр килеп тыуған проблемалары тиҙ арала һәм ыңғай хәл ителгәне өсөн уға хатта шәхсән килеп рәхмәт һүҙҙәрен еткереп китә.
Һыу баҫыу, канализиция тулыу кеүек күңелһеҙ осраҡҡа йыш ҡына хужалар үҙҙәре сәбәпсе. Ярты тауыҡ тығылған унитазды таҙартыу, канализация торбаларынан балалар кейемдәрен тартып сығарыу. Айырыуса ҡышҡы һалҡындарҙа слесарҙәр оператив эшләргә бурыслы. Ниндәй генә осраҡта лә кешеләрҙең рәмхәт һүҙҙәрен ишетеү бөхет, ти 14 йылдан ашыу слесарь булып эшләүсе Андрей Терентьев.»Слесарь йәшел йылан менән шаярырға ярата»,тигән фекер менән килешмәй.
Ғәлиә Хәйретдинова менән Рәмил Мәжитов дүрт йыл элек эш урынында танышып, ғаилә ҡора. Бәхетле пар иртә таңдан, Өфөнө тәртипкә килтереү, төҙөкләндереү менән мәшғүл. Ғәлиә урам йыйыштырыусы булып эшләй, ә тормош иптәше механизацияланған йыйыштырыу техникаһы водителе.
Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ тармағы хеҙмәткәрҙәре һөнәри байрамын эш урынында ҡаршыланы. Уларҙың оператив һәм ойошҡанлы эшләүенән авария осраҡтары кәмей, граждандарҙың тормошо көйләнә.
Урам йыйыштырыусылар иртәнән аяҡ өҫтөндә, ә ҡар күпләп яуғанда иртәнге биштән эшкә тотоналар. Ҡышын лом, көрәк менән эш итһәләр, йылы миҙгелдә ҡулдарына һепертке алалар.Өфөнөң Дим районында ғына таҙалыҡ һәм тейешле санитар шарттарҙы үҙ эшен яратҡан 100 урам йыйыштырыусы тәьмин итә.
Гүзәл Борханова






