Иҫтәлекле дата айҡанлы Өфөлә балет оҫтаһының тормош һәм ижад юлына арналған саралар үтә.
Легендар шәхестең иҫтәлегенә арналған саралар Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында, Рудольф Нуриевтың барельефына сәскәләр һалыуҙан башланды. Балет оҫтаһы профессиональ эшмәкәрлеген тап ошо театр сәхнәһендә башлай, артабан инде уның исеме бөтә донъяға таныла. Бөйөк яҡташыбыҙҙың балетҡа һөйөүе лә ошо театрҙан башлана, бала сағында ул әсәһе менән «Торналар йыры» балетын ҡарай һәм ғүмерлеккә сәнғәткә ғашиҡ була.
2018 йылда Рәсәйҙә «Нуриев миҙгелдәре» халыҡ-ара проекты тормошҡа ашырыла. Үткән йылда был проектҡа илдең өс ҡалаһы-Мәскәү, Өфө һәм Ҡазан ҡушылды. Быйыл сара бейеүсенең тыуыуына 85 йыл тулыуға арнала. Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында Рудольф Нуриевтың тормош һәм ижад юлына арналған күргәҙмә асылды, залда балет оҫтаһына арналған фильмдың премьераһы үтте. Фотоларҙың күбеһе 1987 йылда, Рудольф Нуриевтың Башҡортостанға һуңғы тапҡыр ҡайтҡанында төшөрөлгән. Ул ваҡытта бейеүсегә үлем түшәгендә ятҡан әсәһе менән хушлашыу өсөн 72 сәғәткә Рәсәйгә инергә рөхсәт ителә. Сарала ҡатнашыусылар әйтеүенсә, Рудольф Нуриевтың яҙмышы ҡатмарлы, әммә ул йылдар үтһә лә һайлаған һөнәренә тоғролоҡ өлгөһө булып ҡала.



