Өфөлә “Арт-Ҡоролтай” форумы дауам итә. Мәҙәни йыйын тармаҡта стратегик йүнәлештәр буйынса фекер алышыу һәм ҡарарҙар ҡабул итеү бурысын ҡуя. Бөгөн “Балалар һәм йәштәрҙә рухи-әхлаҡи ҡимәттәрҙе булдырыуҙа мәҙәни-белем биреү киңлегенең роле” тигән темаға пленар ултырыш булды. Унда Республика Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты.
Радий Хәбиров әйтеүенсә, мәҙәниәт өлкәһендә ҙур эштәр алып барыла, мөһим пландар ҡуйылған.
Бөгөн “Арт-Ҡоролтай” форумы барышында беренсе тапҡыр китапханалар йыйыны ойошторола. Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапхана директоры урынбаҫары Әлиә Фәтхетдинова.
Бөгөн Өфөлә мәҙәни йыйын барышында алдынғы хеҙмәткәрҙәргә дәүләт наградалары тапшырылды.




