Халыҡ-ара мәҙәни проект 12 марттан 2 апрелгә тиклем өс ҡалала – Мәскәүҙә, Өфөлә һәм Ҡазанда ойошторола. Ул легендар артист, хореограф һәм балетмейстр Рудольф Нуриевҡа 85 йәш тулыуға арнала. Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры музейында шәхескә бәйле картиналар күргәҙмәһе ҡуйылған. Экпозиция Илзе Лиепа исемендәге һынлы сәнғәт һәм хореографияны үҫтереү фонды менән берлектә әҙерләнгән. Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы Әмир Мәжитов һөйләй.







