Инвесторҙарға юл яны комплексын төҙөргә тәҡдим итәләр

Башҡортостан үҫеш корпорацияһы бизнес-кейс әҙерләгән. Уға ярашлы, Ҡыйғы районында Бөрө – Таҙтүбә – Һатҡы трассаһы буйында төҙөлөш өсөн ер бирелә. Буласаҡ инвесторға корпорация белгестәре һәр яҡлап ярҙам күрһәтә. Былтыр республикала 129 яңы юл комплексы файҙаланыуға тапшырылды һәм 164 объект төҙөкләндерелде. Бының өсөн 2 миллиард һум инвестиция йәлеп ителгән. Проект өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙән иҫәпләнә.

Фото №1 - Инвесторҙарға юл яны комплексын төҙөргә тәҡдим итәләр
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ