9 көн дауамында республика ҡалаларынан театр коллективтары иң яҡшы спектаклдәре менән сығыш яһай. Фестивалде Сибайҙар башлап ебәрә. Бөгөн Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге башҡорт драма театры Дауыт Юлтыйҙың “Әлимә, йәки Мырҙаш ҡарт туйы” повесы буйынса спектакль күрһәтә.




