Баш ҡалала «Арт-Ҡоролтай» республика мәҙәни форумы асылды

Төбәктә өсөнсө тапҡыр уҙғарылған сара мәҙәниәт өлкәһендә булған мәсьәләләрҙе хәл итеү, тармаҡты үҫтереү юлдарын барлау, тәжрибә уртаҡлашыу өсөн ижади майҙан булып тора. Уның сиктәрендә ике көн дауамында семинар-практикумдар, театр, музей хеҙмәткәрҙәре өсөн оҫталыҡ дәрестәре, китапханасыларҙың тәүге форумы уҙа. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров мәҙәниәт ҡатнашыусыларға уңыштар теләне һәм бер төркөм тармаҡ алдынғыларына дәүләт наградаларын тапшырҙы. Арт-Ҡоролтай мәҙәни форумын асыу тантанаһынан БЮТ хәбәрсебеһе Лилиә Мәҡсүтова әҙерләгән репортаж.

Башҡортостандың мәҙәни форумы хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйыуҙан башланды. Уға ярашлы, мәктәп уҡыусылары республика тетарҙары менән берлектә эш итәсәк, мәғариф учреждениеларында тәжрибәле актерҙар ҡатнашлығында яңы түңәрәктәр барлыҡҡа киләсәк.

Ил президенты Владимир Путин ҡушыуы буйынса илдә мәктәп театрҙарына иғтибар арта. Әле Рәсәйҙә 28 мең мәктәп театры эшләй, 2024 йылдан һәр бер мәғариф учреждениеһында ошондай түңәрәктәр асыу бурысы ҡуйылды. Талантлы йәштәрҙе үҫтереү, киләсәк быуынды лайыҡлы тәрбиәләү маҡсатында АРТ Ҡоролтай форумы сиктәрендә мәктәп һәм театрҙар араһында хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйылды.

Республиканың тиҫтәнән ашыу мәктәбе республика театрҙары менән берлектә эшләргә хәл итте. Был ике яҡ өсөн дә отошло тигән фекерҙә белгестәр.

Быйыл күләмле сара Уҡытыусы һәм остаз йылына арналған, шуға күрә йәш быуынды тәрбиәләү, ирекмәндәр хәрәкәте, мәҙәниәт өлкәһендә алдынғы инклюзив тәжрибәләргә айырыуса иғтибар бүленә.

«Арт-Ҡоролтай» республика мәҙәни форумында ҡатнашыусыларҙы республика башлығы Радий Хәбиров тәбрикләне. Төбәккә федераль ҡаҙнанан бүленгән сығымдар күләме һуңғы йылдарҙа 7 тапҡырға артҡан, республикала меңдән ашыу мәҙәниәт йорттары төҙөкләндерелгән, ярты миллиард һумға транспорт яңыртылған. Әммә башҡараһы эштәр ҙә күп.

«Арт-Ҡоролтай» республика мәҙәни форумы сиктәрендә тармаҡ алдынғыларына дәүләт наградалы тапшырылды. Бүләкләнеүселәр араһында ижади йәштәр ҙә, ғүмерен сәнғәткә, мәҙәниәткә бағышлаған тәжрибәле белгестәр ҙә бар.

Форум сиктәрендә төбәктә мәҙәниәттең үҫешен һәм динамикаһын күрһәтеүсе төрлө тематик һәм интерактив секциялар ойошторола, шулай уҡ Рәсәй кимәлендә мәҙәниәт үҫешенең алдынғы тәжрибәләре менән уртаҡлашыу майҙаны эшләйәсәк.

Лилиә Мәҡсүтова

Волна
БАШКОРТТАР-БСТ