Күләмле сара Рәсәй тыуған яҡты өйрәнеүселәр берлегенең Өфө ҡала бүлексәһе ойошторолоуға 30 йыл, шулай уҡ йәмғиәттең тәүге рәйесе, билдәле педагог, йәмәғәт эшмәкәре Флүрә Әхмәрованың тыуыуына 95 йыл тулыуға арналды. Ошо уңайҙан ғилми-ғәмәли конференция ойошторолдо, һуңғы йылдарҙа алып барылған тикшеренеү эштәре һөҙөмтәләре ҡаралды. Уҡытыусылар, китапхана һәм музей хеҙмәткәрҙәре, студенттар иғтибарына Өфө тураһында китаптар һәм ретро-фотоһүрәттәр тәҡдим ителде.
Флүрә Әхмәрова сирек быуаттан ашыу тыуған яҡты өйрәнеү менән шөғөлләнгән. Йәш быуында илһөйәрлек тойғоһо тәрбиәләүгә ҙур иғтибар бүлгән.



