Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер. Стәрлебаш районында ГТО нормативтарын тапшырыу буйынса ҡышҡы фестиваль ойошторолдо. Миңлеғәле Шайморатов исемендәге класстарҙа белем алыусы 11-12 йәшлек малай-ҡыҙҙар төрлө спорт һынауҙарын үтеп белемен камиллаштырҙы. Ете районды берләштергән фестивалдә республиканың башҡа төбәктәрендә лә дауам итәсәк тип көтөлә. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.
ГТО нормативтарын тапшырыуға йыйылған уҡыусылар һынауҙарҙы күреп юғалып ҡалманы, сөнки Миңлеғәле Шайморатов исемендәге класстарҙа белем алыусылар спорт менән даими шөғөлләнә. Лазер менән йыһазландырылған тауышһыҙ винтовканан сәпкә атып балалар мәрәйҙәр тупланы. Мәргәнлектә һынатмаған малай-ҡыҙҙар хәүефһеҙ ысул менән атырға өйрәнеп белемен камиллаштырҙы.
Оҙонлоҡҡа һикереү, отжимание, турникта күтәрелеү һәм башҡа талаптарҙы малай-ҡыҙҙар физик әҙерлегенә, мөмкинлектәренә ҡарап үтәне. Балаларҙы сәләмәт рухта тәрбиәләүҙе маҡсат итеп ҡуйған сараны мәктәп уҡыусылары күңелле һәм файҙалы уйын итеп ҡабул итте.
ГТО нормативын тапшырыу буйынса беренсе зона этабында Ишембай, Күгәрсен, Мәләүез, Стәрлебаш, Федоровка, Стәрлетамаҡ райондарында йәшәүсе балалар ҡатнашты. Спорт яратҡан, физик яҡтан көслө балаларҙы үҫтереү өсөн уҙғарылған сара киләсәктә лә уҙғарыласаҡ.
Флорида Ким



