Республикала яугирҙарға гуманитар ярҙам йыйыу дауам итә

Урал аръяғының йәмәғәт инициативалар союзы эшҡыуарҙар менән берлектә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы батальондарға гуманитар йөк әҙерләй. Уны туплауға Баймаҡ, Хәйбулла, Әбйәлил райондары һәм Сибай ҡалаһы йүнселдәре ҡушылған.

30 кубометр төҙөлөш материалдары окоптарҙы нығытыу һәм биналар эшләү өсөн тәғәйенләнгән. Эшҡыуарҙар командаһы былтыр көҙҙән алып гуманитар йөк ебәреүгә ҡушылған. Шулай уҡ Шайморатов, Доставалов, Салауат Юлаев исемендәге батальондарға һәм мобилизацияланған яугирҙарға адреслы ярҙам күрһәтелә. Атап әйткәндә, йылы кейем, медикаменттар, аҙыҡ-түлек һәм махсус ҡоролмалар һатып алына.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ